Башҡортостанда иң яҡшы ижади проекттар авторҙары билдәләнә
Башҡортостанда иң яҡшы ижади проекттар авторҙары билдәләнә Ижади индустриялар өлкәһендәге премияға 619 ғариза ҡабул ителгән. «Ижадсылар» – ҡыйыу идеяларын сағыу проекттарға әйләндереүсе талантлы яҡташтарыбыҙ өсөн. Премия Радий Хәбиров инициативаһы буйынса булдырылды һәм быйыл икенсегә тапшырыла. Еңеүселәрҙе Өфөлә 2-4 ноябрҙә үтәсәк «Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» форумы сиктәрендә «Торатау» конгресс-холында бүләкләйҙәр.