Ҡәҙерле яҡташтар! Дорогие земляки! 🔥
Ҡәҙерле яҡташтар! Дорогие земляки! 🔥 Донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә йәшәһәк тә, күңелебеҙ һәр саҡ тыуған еребеҙ — Ҡолғона менән! Бөгөн беҙгә берҙәмлекте күрһәтергә һәм ауылыбыҙ өсөн тауыш бирергә кәрәк! «Атайсал» проектында ҡыҙыу ярыш бара — беҙ бөгөн 3-сө урындабыҙ. Алда торған күршеләрҙе — Архангел районының Киҙге һәм Ғафури районының Ҡаранйылға ауылдарын ҡыуып етергә һәм уҙып китергә беҙҙең көстән килә! Бөтәhелә һәр беребеҙҙең тауышынан тора! Ауылыбыҙға нисек ярҙам итергә? 1. «Атайсал» рәсми сайтына күсегеҙ. 2. Фильтрҙа Ишембай районы / Ҡолғона ауылын һайлағыҙ. 3. Беҙҙең проект өсөн тауыш бирегеҙ! Был ссылканы бөтә туғандарығыҙға, Өфөлә, Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта, Себерҙә һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән бөтә яҡташтарға ебәрегеҙ! Бергә булғанда беҙ — көс! Ҡолғонаны 1-се урынға сығарайыҡ! ✊ Тамсынан күл ярала, һәр тауыш мөһим!