🏍 Кисә Архангелдә питбайк рулендә 17 йәшлек үҫмер һәләк булды. — 13 августа 2026 г. в 11:12:58.606
🏍 Кисә Архангелдә питбайк рулендә 17 йәшлек үҫмер һәләк булды. 📌 Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт 5-тә 17 йәшлек үҫмер питбайк “Кайро” рулендә Архенгел ауылының Совет урамы буйлап хәрәкәт иткәндә “Лада Калина” автомобиле менән бәрелешкән. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәш водитель ваҡиға урынында һәләк була. Пассажир урынында булған йәштәше ауыр йәрәхәттәр ала һәм дауаханаға оҙатыла. Фото: скриншот. Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.

