💦Диңгеҙ юҡ тип ҡайғырмайбыҙ... — 9 августа 2026 г. в 06:17:20.051
💦Диңгеҙ юҡ тип ҡайғырмайбыҙ... 💧Йәй етһә, бар халыҡ һыу буйына ҡыҙынырға, ял итергә ашыға. Беҙҙә диңгеҙ юҡлығына бер кем ҡайғырмайҙыр ҙа, был етешһеҙлекте республикалағы ике меңдән ашыу күл, 1100-ҙән ашыу йылға артығы менән ҡаплай. Ә шифалы шишмәләребеҙ күпме! Райондарға командировкаларға сыҡҡан һайын халыҡтың изге һыу сығанаҡтарын таҙартып, тирә-яғын төҙөкләндереп, йәмле ял урынына әүерелдереүен күреп шатланаһың, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтәһең. Тәтешлеләге Күрҙем, Асҡындағы Изге шишмә, Нуримандағы Ҡыҙыл шишмә, Учалылағы Әүлиә, Миәкәләге Изге Ғәли кеүек тиҫтәләгән һыу сығанаҡтары юлсыларҙың саф һыуҙы тәмләп, ял итә торған урындарына әүерелде. 💧Республикала тәбиғәт матурлыҡтарынан, ял итеү шарттарынан файҙаланыу мөмкинлектәре күбәйеү менән бергә уларҙы һаҡлауға иғтибар ҙа арта бара. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы туризм өлкәһендәге федераль һәм төбәк блогерҙары менән осрашыуҙа туристик инфраструктураны үҫтереүҙең тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт талап итеүен билдәләне. Төбәктә сәнәғәт туризмы ла үҫешә. 18-се быуаттың тау заводы цивилизацияһы объекттары һаҡлана һәм туристик маршруттарҙың бер өлөшөнә әүерелә бара. “Тыуған илен эскерһеҙ яратҡан һәм шул хаҡта һөйләгән кешеләр ни тиклем күберәк булһа, шунса яҡшыраҡ. Беҙ бындай башланғыстарҙы хупларға һәм ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер”, – тип билдәләне республика етәксеһе осрашыуҙа. Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2026-08-09/di-ge-yu-tip-ay-yrmayby-4776240 📝Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

