Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары!Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байра... — 25 марта 2026 г. в 07:06:04.351
Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары!Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Мәҙәниәт кешене рухландыра, күңелендәге иң яҡшы сифаттарҙы һәм ижади мөмкинлектәрҙе уята. Нәҡ ошо күп көс талап итеүсе көндәлек хеҙмәтегеҙ менән һеҙ рухи, әхләҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлап, уларҙы халыҡҡа еткереү бурысын үтәйһегеҙ. Һеҙ республикабыҙҙың мәҙәни тормошына яҡты биҙәктәр өҫтәйегеҙ, кешеләргә шатлыҡ өләшәгеҙ, йәш быуында сәнғәткә ҡарата мөхәббәт тәрбиәләйһегеҙ. Күп ҡырлы талантығыҙ, тырыш хеҙмәтегеҙ һәм рухи йомартлығығыҙ өсөн беҙ бөгөн ихлас күңелдән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Барығыҙға ла һәр башланғыста ижади уңыштар, бөтмәҫ илһам юлдаш булһын, ҡыйыу идеялар һәм яңынан-яңы проекттар тормошҡа ашырылһын! Ныҡлы сәләмәтлек, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға именлек теләйбеҙ!

