Ленинград хәрби округы йыр һәм бейеү ансамбленең 1-се фронт ижади бригадаһы Рәсәй Федер... — 17 апреля 2026 г. в 10:20:18.203
Ленинград хәрби округы йыр һәм бейеү ансамбленең 1-се фронт ижади бригадаһы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһенең «Музыкаль сәнғәт» номинацияһында премия лауреаты булып танылды! Бригада составында хеҙмәт итеүсе ир-егеттәргә, Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфир Вафир улы Замановҡа, Фларид Фәрит улы Бирғалинға Рәсәй Оборона министрлығының премияһы тапшырылды. Коллегаларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

