Бөгөн, 17 апрелдә, беҙ мөһим һәм сағыу байрам — Башҡортостан халыҡтарының милли кейем к... — 17 апреля 2026 г. в 10:19:41.989
Бөгөн, 17 апрелдә, беҙ мөһим һәм сағыу байрам — Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөн билдәләйбеҙ. Беҙҙең республикала 160-тан ашыу милләт вәкиле татыулыҡта йәшәй. Халыҡтарҙың милли кейемендә – уның мәҙәниәте, йолалары, тарихы һәм үткәне, күңеле сағыла. Видеола "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, БР атҡаҙанған артисы Элина Мәғәфурова.

