19 июнь, Өфөлә «Урал батыр» эпосы көнөн үткәреү сараларына йомғаҡ яһалды. — 22 июня 2026 г. в 06:46:17.277
19 июнь, Өфөлә «Урал батыр» эпосы көнөн үткәреү сараларына йомғаҡ яһалды. Тантаналы кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев сараларҙы ойоштороуҙың юғары кимәлен билдәләне һәм профессионализм һәм уңышлы эш өсөн рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә - «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Тарпан» этно-фолк төркөмө һәм Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы артистары. Уларҙың сығыштары һәм башҡорт халҡының иң боронғо эпик әҫәрҙәренең береһен популярлаштырыуға индергән өлөшө юғары кимәлдә лайыҡлы танылыу алды. Артистарыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ!

