Байрам сәбәпле, ҡайһы бер социаль түләүҙәр алдан күсереләсәк — 10 июня 2026 г. в 19:16:01.111
Байрам сәбәпле, ҡайһы бер социаль түләүҙәр алдан күсереләсәк 12 июндә Рәсәй көнөн билдәләү сәбәпле был эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Йома ял көнө тип билдәләнгән. Шуға күрә, ҡайһы бер социаль түләүҙәр алданыраҡ күсерелә. Мәҫәлән, 12-14 июндә банк аша алырға тейеш ололарға пенсияны 11 июнгә хәтлем бирәләр. Почта аша алғандарға ла үҙгәрештәр бар. 12 июнь урынына түләүҙе алданыраҡ килтерәләр. 13 һәм 14 июндә пенсиялар ғәҙәти тәртип буйынса таратыла.

