Таныш булығыҙ - яңы табип
Таныш булығыҙ - яңы табип Хәнәфин Илдар Рәмил улы - район үҙәк дауаханаһының дауалау эше буйынса баш табип урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, табип-терапевт, табип-кардиолог. Илдар Рәмил улы 2017 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау эше” бүлеген һәм "Терапия" профиле буйынса ординатураны тамамлаған, "Кардиология" буйынса профессиональ әҙерлек үткән. Һөнәри юлын студент йылдарында уҡ тиҙ ярҙам станцияһы хеҙмәтендә башлаған. Артабан Өфө ҡалаһының 13-сө ҡала клиник дауаханаһында участка терапевты, «РЖД-Медицина» клиник дауаханаһында терапия, кардиология йүнәлешендә эшләгән һәм ҡабул итеү бүлеге мөдире булған. Шулай уҡ 10-сы ҡала клиник дауаханаһында, ковид-госпиталдә тәжрибә туплаған. Бөрйән район үҙәк дауаханаһына эшкә килгәнгә тиклем 18-се ҡала клиник дауаханаһында кардиология профиле буйынса эшләгән. Табипҡа райондаштарыбыҙҙың сәләмәтлеген нығытыуҙа уңыштар теләйбеҙ!