Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! — 14 июня 2026 г. в 04:26:23.396
Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәтебеҙ тормошонда мөһим урын алып тора. Һөнәри оҫталығығыҙ, үҙ эшегеҙгә яуаплы ҡарашта булыуығыҙ кешеләргә көнүҙәк, ышаныслы мәғлүмәт алырға, район-төбәк тормошонда ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Быуатҡа яҡын ғүмер дауамында район тормошон, йәшәйешен яҡтыртып килгән “Таң” гәзитенең мәҙәни мираҫты һаҡлаусы булып бөгөн дә сафта ҡалыуына булышлыҡ иткән, уның биттәрендә бөгөнгө көндө лә объектив сағылдырыу өсөн көс һалған һәр кемгә ихтирамымды белдерәм. Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Байрам уңайынан Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем! Яңы ижади асыштар, барлыҡ изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын һәм гәзит уҡыусылар иғтибары тик арта барһын. Байрам менән!

