Хөрмәтле райондаштар! — 12 июня 2026 г. в 06:19:56.585
Хөрмәтле райондаштар! Илебеҙҙең төп дәүләт байрамы– Рәсәй көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым! Беҙҙең Ватаныбыҙ - халҡы бер-береһен хөрмәт иткән, киләсәк тураһында уйлаған һәм тарихын, халҡының батырлығын һәм ҡаҙаныштарын хөрмәтләп иҫкә алған ил. Шуға илебеҙҙең көсө – илһөйәрлектә, берҙәмлектә, татыулыҡта. Тыуған еребеҙҙең бөгөнгө именлеге, ышаныслы киләсәге хаҡына булған һәр берегеҙҙең тырыш, фиҙакәр хеҙмәте, изге ынтылыштары, эштәре хөрмәткә лайыҡ. Тыуған илгә һөйөү, уның киләсәге өсөн яуаплылыҡ барлыҡ һынауҙарҙы бергәләп еңергә, ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирешергә ярҙам итһен. Хөрмәтле райондаштар! Байрам уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Тыуған илебеҙ күге аяҙ булһын, бар донъяға тыныслыҡ килһен!

