Хөрмәтле райондаштар! — 8 июля 2026 г. в 04:45:59.342
Хөрмәтле райондаштар! Районыбыҙҙың барлыҡ ғаиләләрен матур байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлайым! Был аҫыл ҡиммәттәр һәр ваҡыт һеҙгә юлдаш булһын, тормошоғоҙҙо шатлыҡ һәм бәхет менән тултырһын. Ғаилә - ул туғанлыҡ бәйләнештәре генә түгел, шулай уҡ беҙҙең таянысыбыҙ, көсөбөҙ, иртәгәһе көнгә ышанысыбыҙҙың сығанағы ла. Һәр беребеҙ өсөн ғаиләбеҙ - йәшәү мәғәнәһе. Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм балалар ҡыуанысы теләйем! Ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт татыулыҡ һәм хөрмәт булһын! Байрам менән! Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин

