Башҡортостанда «Баҫыу көнө-2026» агрофорумы уҙа — 7 июля 2026 г. в 11:30:38.478
Башҡортостанда «Баҫыу көнө-2026» агрофорумы уҙа Ер һөрөү һәм иң яҡшы агрономды билдәләү буйынса конкурстар, трактор-шоу, дрондар ярышы, заманса ауыл хужалығы техникаһының иң яҡшы өлгөләре йәрминкәһе һәм тест-драйв, ауыл хужалығы культураларының тәжрибә сәсеүлектәре һәм башҡалар ҡаралған. Сара 9-11 июлендә Өфө районының Ягодная Поляна ауылы эргәһендәге Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу-ғилми үҙәгенең тәжрибә баҫыуҙарында үтәсәк.

