Бөгөн мәғариф учреждениеларында Ашнаҡсылар көнө билдәләнде
Бөгөн мәғариф учреждениеларында Ашнаҡсылар көнө билдәләнде Әбделмәмбәт мәктәбендә лә был көн сағыу үтте. Уҡыусылар ашхана хеҙмәткәрҙәренә концерт әҙерләп, йылы һүҙҙәрен, рәхмәттәрен еткергән. «Рәхмәт почтаһы» булдырып, балалар ашнаҡсыларға үҙ ҡулдары менән яҙылған рәхмәт хаттарын тапшырған. "Ҡәҙерле ашнаҡсыларыбыҙ! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һәр иртә беҙҙе тәмле ризыҡтар һәм яҡты йөҙ менән ҡаршылауығыҙ, туҡлыҡлы ризыҡ әҙерләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!" - тигән һүҙҙәр еткергән улар.