Баланы интернетта нисек һаҡларға? — 2 сентября 2026 г. в 06:50:45.802
Баланы интернетта нисек һаҡларға? Уға интернетта була торған хәүеф тураһында ябай ғына һүҙҙәр менән һөйләгеҙ. Үҙ миҫалығыҙҙа ниндәй сайттар һәм ҡушымталар хәүефһеҙ, ә ҡайһыларынан ҡасыу яҡшыраҡ икәнен күрһәтегеҙ. Әгәр интернетта ниндәйҙер хәүеф тойһа, шунда уҡ аралашыуҙы туҡтатһын. 2026 йылдың тәүге 6 айында ғына Рәсәйҙә интернет‑енәйәтселәрҙән 6 меңгә яҡын бала зыян күргән. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек үҫмер ҡыҙ үҙе лә һиҙмәйенсә мутлашыусыларға ярҙам иткән. Улар сәскәләргә ташлама вәғәҙә итә, ә һуңынан полиция хеҙмәткәрҙәре булып ҡыҙҙан әсәһенең карта мәғлүмәттәрен һәм СМС-кодтарын һорап алып, 140 мең һум аҡсаһын урлайҙар. Балаларығыҙ менән бергә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова‑Белованан кибер хәүефһеҙлек буйынса видеодәрестәрҙе ҡарағыҙ. Беренсе сығарылышта ⬆️ мутлашыусылар, хәүефле челлендждар, вербовка һәм зарарлы контент тураһында. Таныштарығыҙға ла ошо видеояҙманы ебәрегеҙ - балаларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итер! "Таң" гәзитенең Макс каналына яҙылығыҙ👉https://max.ru/tan_gazite

