Хөрмәтле райондаштар, туризм тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм сәйәхәтте яратыусылар!
Хөрмәтле райондаштар, туризм тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм сәйәхәтте яратыусылар! Һеҙҙе Бөтә донъя туризм көнө менән ихлас ҡотлайым! Туризм — ул яңы маршруттар ғына түгел, ә төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индереүсе мөһим тармаҡ. Бөрйән районы үҙенең матур тәбиғәте, тәбиғәт ҡомартҡылары, ҡурсаулыҡтары менән йылдан- йыл күберәк туристарҙы үҙенә ылыҡтыра. Тыуған еребеҙҙең танылыуы арта барыуына туризм өлкәһендә эшләүселәрҙең дә тырыш хеҙмәте булышлыҡ итә. Туризм менән бәйле һәр кемгә тыуған ерҙе өйрәнеүҙә, танытыуҙа яңы идеялар, уңышлы проекттар, яңы ерҙәргә сәйәхәттәр теләйем. Һәр яңы маршрут яңы мөмкинлектәр асһын! Сәйәхәттәр ҡыҙыҡлы, күңелле, хәүефһеҙ үтһен, матур иҫтәлектәр генә ҡалдырһын!