Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре һәм
Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ — үҫәсәк быуындарыбыҙҙың ныҡлы нигеҙе. Балаларға белем - тәрбиә биреү бик ҙур яуаплылыҡ талап итә. Һеҙҙең сабырлығығыҙ, тырышлығығыҙ һәм балаларға биргән күңел йылығыҙ оло хөрмәткә лайыҡ! Байрам көнө уңайынан педагогик хеҙмәт ветерандарына, тәрбиәселәргә һәм барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Киләсәктә лә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәр саҡ юғары баһаланһын, йөрәгегеҙҙәге яктылыҡ һәр бер балаға нур булып етһен. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем!