Башҡортостандың 8-11-се класс уҡыусылары, колледж һәм техникум студенттары талап ителгә...
Башҡортостандың 8-11-се класс уҡыусылары, колледж һәм техникум студенттары талап ителгән ИТ-оҫталыҡтарҙы бушлай үҙләштерә ала. Һәм бының өсөн бер ҡайҙа ла йөрөргә кәрәкмәй – барыһы ла онлайн форматта. Республиканан 43 уҡыусы проектта ҡатнашыу өсөн ғариза биреп тә өлгөргән. «Мәғлүмәт иҡтисады» милли проектының «Киләсәк коды» федераль программаһы сиктәрендә йәштәр «Уҡы.Өйҙә» («Учи.Дома») тәҡдим иткән йүнәлештәрҙең береһендә - Python нигеҙендә программалау йәки мәғлүмәттәрҙе анализлау һәм яһалма зиһен технологиялары буйынса курстар үтә ала. Белем алыуҙың ике кимәле бар – яңы башлаусылар һәм нигеҙ белемгә эйә булғандар өсөн. Программа төп уҡыуға ҡамасауламаҫлыҡ итеп төҙөлгән. Шулай уҡ офлайн дәрестәр ҙә ҡаралған. Һәр модуль һәм курс тамамланғас, юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирерлек һәм эшкә урынлашыу мөмкинлеген арттырыусы исемле сертификат бирелә. Курс оҙайлығы – 146 академик сәғәт. Проектты Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы тормошҡа ашыра, федераль оператор – Университет 2035. Нисек ҡатнашырға: 1⃣ «Киләсәк коды» сайтына инеп, «Ғариза бирергә» төймәһенә баҫығыҙ: vk.cc/d26hNn. 2⃣ Дәүләт хеҙмәттәре порталында анкета-ғаризаны тултырығыҙ – «Уҡы.Өйҙә» провайдерын, уҡыу форматын һәм программаны һайлағыҙ: vk.cc/d26hQO Урындар һаны сикле. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан