🌳 Алмағастар ултыртылды
🌳 Алмағастар ултыртылды Бөгөн "Ватанды һаҡлаусылар" фонды биләмәһендә "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә алмағастар ултыртыу ойошторолдо. Унда район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов, Бөрйән районы Советы рәйесе Илшат Ишбулатов, Бөрйән районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Айгиз Шәрипов, район хакимиәте, фонд хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Быға тиклем биләмәлә ҡарағат, сейә кеүек емеш ағастары ултыртылһа, бөгөн уларға 9 алмағас үҫентеһе өҫтәлде. Улар барыһы ла матур итеп үҫеп китһен, киләсәктә биләмәне биҙәп, йәм биреп ултырһын тип теләйек.