💙Бөгөн "Бәйләнештә" селтәренең тыуған көнө!
💙Бөгөн "Бәйләнештә" селтәренең тыуған көнө! Уның барлыҡҡа килеүенә 20 йыл. 2006 йылдың 1 октябрендә рәсми рәүештә теркәлһә лә, тыуған көнө тәүге функцияһы эшләп киткән көнөндә - 10 октябрҙә билдәләнә. Проект башта төрлө юғары уҡыу йорто студенттары араһында бәйләнеш булдырыуҙы күҙ уңында тотһа ла, халыҡ араһында тиҙ арала популярлыҡ яулай. Исеме лә төп идеяһынан алынған. ✅Ә һеҙ "БӘЙЛӘНЕШТӘ" селтәрендә нисә йыл "ултыраһығыҙ"?