Республикабыҙ көнө менән!
Республикабыҙ көнө менән! Бөгөн Башҡортостандың төп байрамы — БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ! 11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра. Күктәребеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын! Республикабыҙҙың тыуған көнө менән! Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына, - Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына. Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың Бер япрағы ни бары. Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй – Шундай йәшел, юғары. ...Картаға ҡарап, еремде: - Бер япраҡ саҡлы, - тинем, Мин хайранмын киңлегеңә, Башҡортостаным - илем! Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең, Бөркөт ҡанатын талдырыр Сал тауҙарың бар һинең. Һиндә тормоштоң көрлөгө, Донъялар именлеге, Һиндә тауҙар ғорурлығы, Далалар иркенлеге. Һыуҙарың көмөш.Тупрағың Торғаны алтын һинең, Бар хазинаңдан ҡиммәтле Бәхетле халҡың һинең! Мостай Кәрим.