Башҡортостан Республикаһында 2025 йыл өсөн һалым түләүгә һалым белдереүҙәре таратыу дау...
Башҡортостан Республикаһында 2025 йыл өсөн һалым түләүгә һалым белдереүҙәре таратыу дауам итә. Һалымдарҙы ваҡытында түләү Башҡортостандың һәм бөтә Рәсәйҙең имен киләсәгенә нигеҙ һала. Һалымдарҙы Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы һалым түләүсенең шәхси кабинетында, "Налоги ФЛ" мобиль ҡушымтаһында, "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы шәхси кабинетта түләү еңелерәк. Шулай уҡ банк ҡушымталары һәм терминалдары менән файҙаланырға, банк бүлексәһенә шәхсән барырға мөмкин. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында 2025 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын һәм физик шәхестәрҙең килеменә һалымды түләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелгән.