Перейти к содержимому
Максиметер

7,8 ноябрҙә лә бөгөнгө кеүек һауа торошо һаҡлана.

7,8 ноябрҙә лә бөгөнгө кеүек һауа торошо һаҡлана. Республикала хәүефле метеорологик күренештәр: мул яуым-төшөм, боҙлауыҡ, томан һәм көслө ел фаразлана. ❗Юлдарҙа – ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеге 500 метр һәм унан да әҙерәк. ‼️ Водителдәрҙе юлда һаҡ булырға, тиҙлек режимын үтәргә, дистанцияны һаҡларға саҡырабыҙ. Йәйәүлеләргә лә тайғаҡ юлда иғтибарлы булырға кәрәк. Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле республикала йөк машиналары һәм автобустар өсөн юлдарҙа сикләүҙәр индерелде. 📌  Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы 0 - 174 километрҙа (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Дыуан райондары)   📌  Өфө - Бөрө - Яңауыл 64 - 214 километрҙа (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай, Ҡалтасы, Яңауыл райондары) 📌  Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы 0 - 133 километрҙа (Бәләбәй, Туймазы, Шаран, Баҡалы райондары) 📌  Өфө - Инйәр - Белорет 67 - 204 километрҙа (Архангел, Белорет райондары) 📌  Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск 229 - 250 километрҙа (Белорет, Әбйәлил райондары) 📌  Аксенов – Аксаков - Бәләбәй 0 - 39 километрҙа (Әлшәй, Бәләбәй райондары).   ✅ Хәрәкәтте туҡтатыуҙың яҡынса тамамланыу ваҡыты бөгөн 14.00 сәғәт (урындағы ваҡыт).   Шулай уҡ федераль әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары участкаларында ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттарҙа ташыусы автобустар һәм маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләүҙәре индерелде:   📌  Р-240 “Өфө – Ырымбур” юлының М-12 “Көнсығыш” юлына ингән урында 0 - 101 километрҙа (Өфө, Дүртөйлө ҡалалары);    📌 Иҫке йүнәлеш (Кушнаренко ауылы) 1170 - 1230 километрҙа.  ❗️ Хөрмәтле водителдәр, бындай һауа торошонда юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле.  👉 Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда “112” телефонына шылтыратығыҙ!

325 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 379 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.