“Баллы-алмалы спас” үтә — 20 августа 2026 г. в 07:15:12.197
“Баллы-алмалы спас” үтә 22 августа Красноусол ауылында Мәжит Ғафури исемендәге майҙан алдында (Ленин урамы яғынан) “Баллы-алмалы спас” байрам йәрминкәһе үтәсәк. Ауыл хужалығы продукцияһын, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы һатыу өсөн шәхси ярҙамсы хужалыҡ хужалары, ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар саҡырыла. Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Йәрминкәлә ҡатнашырға теләүселәрҙең 2-24-49, 2-14-06 телефондары буйынса район хакимиәтенең иҡтисад бүлегенә йәки ауыл биләмәләре хакимиәтендә мөрәжәғәт итеүҙәре һорала.

