🎖Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары бүләкләнде — 4 июня 2026 г. в 12:05:17.057
🎖Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары бүләкләнде Стәрлетамаҡтан Руслан Исхаҡов менән Айрат Хәкимов юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Руслан «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнһә, Айратҡа II дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды. Икеһе лә 2022 йылдың көҙөнән алып Луганск халыҡ республикаһы биләмәһендә хеҙмәт иткән һәм 2025 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан. Хәҙер ветерандар әүҙем тормош алып бара. Айрат Хәкимов металл конструкциялар етештереү буйынса үҙ оҫтаханаһын асҡан.

