Өфө ҡала көнөнә әҙерләнә. — 3 июня 2026 г. в 07:09:01.150
Өфө ҡала көнөнә әҙерләнә. 12 июндә бер нисә урамда һәм йәмәғәт биләмәһендә иллюминация ҡабыҙыла. Октябрҙең 50 йыллығы, Ғабдулла Туҡай, Октябрь Проспекты һәм Ибраһимов бульвары байрамса биҙәлә. Дуҫлыҡ Монументын Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары төҫөндә яҡтыртыу ҡарала. Шулай уҡ уҡ Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аркалы күпер, “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы һәм яр буйындағы колоннаданы уттар менән биҙәү планлаштырыла.
11 реакций

