📑Яҡташтарыбыҙға юғары наградалар — 2 июня 2026 г. в 09:01:22.040
📑Яҡташтарыбыҙға юғары наградалар Ил Президенты Владимир Путин Указы буйынса Башҡортостандан өс кеше дәүләт наградаларына лайыҡ булды. ✅М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш буйынса координация үҙәге директоры Илһам Хәбибуллин II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнде. ✅Рус драма театры артисы Валерий Малюшин «Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн» орденына лайыҡ булды. ✅Куйбышев тимер юлы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Новиков «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

