Берҙәмлектә – көс: яугирҙарға 20 тонналыҡ гуманитар ярҙам оҙатылды — 3 июня 2026 г. в 16:30:03.236
Берҙәмлектә – көс: яугирҙарға 20 тонналыҡ гуманитар ярҙам оҙатылды «Еңеү өсөн!» Халыҡ фронты йәмәғәт ойошмаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға сираттағы ҙур ярҙам туплап оҙатты. Дөйөм ауырлығы 20 тонна тәшкил иткән ылауға 5 берәмек техника, квадрокоптерҙар һәм дрон детекторҙары, блиндаж япмалары, генераторҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ингән. Ылау Халыҡ фронтының һәм битараф булмаған ирекмәндәрҙең, ябай халыҡтың уртаҡ көсө менән әҙерләнгән. Ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә оло рәхмәт. Беҙҙекеләргә еңеү менән ҡайтырға яҙһын! #ЕңеүӨсөн #ХалыҡФронты #БеҙБергә #СвоихНеБросаем

