Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән төп хәбәрҙәр: — 2 июня 2026 г. в 11:01:27.554
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән төп хәбәрҙәр: ✅ Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкының реактив-артиллерия батареяһы командиры Александр Козоноговҡа – Салауат Юлаев орденын, Рәсәй Тәфтиш комитетының хәрби тәфтиш бүлеге дознавателе Сергей Евстафьевҡа Шайморатов орденын тапшырҙы. ✅ Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хоккей командаһы Крутов кубогына лайыҡ булды. Спортсылар дәүләт наградалары менән бүләкләнде. ✅ Сәсеү кампанияһына яҡынса йомғаҡ яһалды. Яҙғы культуралар планлаштырылған майҙандарҙың 95 процентында сәселгән – был яҡынса 1,9 миллион гектар. ✅ Быйыл Башҡортостанда илдең ете төбәгенән иң көслө спортсылар йыйыла. Йәйге спорт төрҙәре буйынса II Бөтә Рәсәй спартакиадаһы үтә. Быйылдан ул «Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы» исемен йөрөтә. ✅ Башҡортостанда йәй миҙгеленә 390 аттракцион файҙаланыуға тапшырылған. Аккредитацияланған лаборатория белгестәре аттракциондарҙың техник торошон тикшергән. 418 объекттың 93 проценты файҙаланыуға яраҡлы тип табылған ✅ Салауат Юлаев һәйкәле Өфөлә бронзанан ҡойола. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: архивта һаҡланған проект документацияһында ла тап ошондай вариант ҡаралған була.

