📑Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисад форумы бара. — 4 июня 2026 г. в 09:00:52.946
📑Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисад форумы бара. Бөгөн уның икенсе көнө. Сарала Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша. Конгрестың эшлекле программаһы 5 йүнәлештән тора. Бөгөн яңы баҙарҙарға инвестициия, “Рәсәй - Америка Ҡушма Штаттары: мәҙәниәттәр диалогы”, “Креатив иҡтисад”, “Алкоголь баҙары: кисә, бөгөн, иртәгә” һәм башҡа көнүҙәк темаларға фекер алышыу көтөлә. Шулай уҡ яңы технологиялар, биләмәләрҙе үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите, креатив индустрияла яһалма зиһенде ҡулланыу мәсьәләләре ҡарала. Форум сайтында тура трансляция ойошторола. 🌿 Башҡортостан стенды форум ҡатнашыусылары иғтибарын йәлеп итә. Унда "Шәжәрә ағасы" формаһында эшләнгән яһалма зиһен республика тураһында төрлө һорауҙарға яуап бирә, төбәк тарихын һөйләй.

