☀️ Башҡортостанда һабантуйҙар башлана. — 30 мая 2026 г. в 06:44:00.872
☀️ Башҡортостанда һабантуйҙар башлана. Тәүгеләрҙән булып һабан байрамын бөгөн Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы үткәрә. ✨Ял көндәрендә республиканың 30-ҙан ашыу ҡала һәм районында йәрминкәләр үтә. 🚑 Бөгөн Өфөлә “Сәләмәт баласаҡ биләмәһе” тигән сара уҙа. 🥊Бөгөн Башҡортостанда геройҙар ярыша. Чемпионат “Патриот” паркы биләмәһендә үтә. 💚Бөгөн Өфөлә “Йәшел марафон” була. Хәйриә сараһы Ағиҙел буйында уҙғарыла. 🏃♀️Бөгөн Стәрлетамаҡта “Мең велосипедсы көнө” уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар ҡаланың үҙәк урамдарынан үтә.

