📢Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә
📢Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә ҡыҙыҡһыныу арта Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә халыҡ пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеү йүнәлешенә әүҙем яҙыла. Ғаризалар хатта төндә лә килә, тип хәбәр итте «Һаҡсы» һайлап алыу пункты капитаны Фәдис Солтанов. " Яңы һөнәр үҙләштерергә теләгәндәрҙе бушлай йәшәү урыны, көнөнә өс тапҡыр ашатыу, медицина тикшереүе, юридик консультация һәм башҡа хеҙмәттәр көтә. Дрон операторҙары булып хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәрҙең йәше лә артҡан: хәҙер 20 йәшлектәр генә түгел, ә олораҡ кешеләр ҙә килә", ти ул. Физик һәм психологик әҙерлеккә, шулай уҡ заманса ҡорамалдар менән эшләй белеүгә ҙур иғтибар бүленә. Тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында алырға мөмкин.