Әбйәлилдә «Ватан — Әсә саҡыра!» монументының алты метрлыҡ күсермәһе асылды.
Әбйәлилдә «Ватан — Әсә саҡыра!» монументының алты метрлыҡ күсермәһе асылды. Төп ҡомартҡының теүәл күсермәһен скульптор Сергей Ёлкин ижад иткән. Был турала район хакимиәте башлығы Айрат Әминев хәбәр итте. "Был — бары тик бетон һәм металл, тип уйламағыҙ. Монумент — беҙҙең әсәбеҙҙең тере тауышы. Ул тынлыҡ һаҡлай, әммә беҙҙең һәр беребеҙҙең йөрәгенә яңғырай. Әсәләр алдында баш эйәм. Фронттан улын көткән, уның өсөн доға ҡылған әсәләргә. Шулай уҡ улдары мәңге беҙҙең хәтерҙә һәм Үлемһеҙ полкта ҡалған әсәләргә. Һеҙ — беҙҙең намыҫыбыҙ һәм көсөбөҙ", — тип белдерҙе район етәксеһе. Был — республикала легендар скульптураның тәүге күсермәһе түгел. Бәләкәй дубликаттар Өфөнөң Дим районындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверында һәм Өфө Ҡурсаҡ театры янында ла урынлашҡан.