Ауырғазы районында бөгөн “Өршәк буйы уйындары” республика байрамы үтә. — 20 июня 2026 г. в 08:23:01.691
Ауырғазы районында бөгөн “Өршәк буйы уйындары” республика байрамы үтә. Сара Төрөмбәт ауылында уҙғарыла. Ат сабышы, футбол, гер күтәреү, ҡул көрәштереү ярыштарында көслөләр асыҡлана. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә ойошторола. Проект Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә индерелгән. Ул халыҡ йолаларын һәм уйындарын тергеҙеүгә йүнәлтелгән.
742 просмотров

