"Юлдаш" иртә таңдан кешеләрҙең кәйефен көйләүсе лә, тотош көнгә етерлек күңел гимнастик... — 20 июня 2026 г. в 04:01:01.081
"Юлдаш" иртә таңдан кешеләрҙең кәйефен көйләүсе лә, тотош көнгә етерлек күңел гимнастикаһы ла! Уны тыңлап баштарыбыҙ күтәрелә, эшкә барғанда атлауҙарыбыҙ үҙгәрә! Әсәйем мәрхүмә ғүмеренең һуңғы йылдарын түшәктә ятты, ошо радионы тыңлап баҡыйлыҡҡа күсте. Шуға "Юлдаш"ты тыңлаған һайын уның каналдары аша әсәйемде иҫкә алам. Үҙем дә "Юлдаш"ты тыңлап баҡыйлыҡҡа күсһәм, унда әсәйем менән атайым ҡаршылар кеүек". Радиобыҙҙың дуҫы, шағир, журналист Әхмәр Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 902-се күҙәтеү.

