Башҡортостан Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итә. — 19 июня 2026 г. в 13:02:04.550
Башҡортостан Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итә. Күләмле сара Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала. Өфөлә 23 июндән 27-нә тиклем халыҡ ижады байрамы уҙа. Унда илдең 80-гә яҡын төбәгенән 1 меңдән ашыу бала ҡатнаша. “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне була. Ленин урамынан Совет майҙанына тиклем парад ойошторола. “Тулҡын”, “Дим”, “Беренсе Май”, Яҡутов исемендәге ял парктарында ижади коллективтар сығыш яһай. Оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар уҙғарыла, күргәҙмә-йәрминкәләр эшләй. Федераль проект Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Халыҡ ижады – балаларға” исемле программаға ярашлы ойошторола.

