Загружаем публикацию…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Хәйбулла районы башлығы итеп Илмир Ҡотоев тәғәйенләнде Был турала район администрацияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Илмир Ҡотоев быға тиклем район башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән. Элекке етәксе Рөстәм Шәрипов Өфөгә эшкә күскәндән һуң, ул ваҡытлыса башлыҡ бурыстарын башҡарҙы. Вазифаға дүрт кандидат дәғүә итте. Депутаттар тауыш биреү һөҙөмтәһендә Илмир Ҡотоевтың кандидатураһын хупланы.
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.