🌲«ШүлгәнFest» меңдәрсә ҡунаҡты бер майҙанға йыйҙы — 26 июля 2026 г. в 14:30:02.649
🌲«ШүлгәнFest» меңдәрсә ҡунаҡты бер майҙанға йыйҙы Бөрйән районында урынлашҡан «Шүлгән-Таш» тарихи-мәҙәни музей комплексында йыл һайын үткәрелгән «ШүлгәнFest» этнофестивале уҙҙы. 🍯Байрам ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының бай мәҙәниәте менән таныштырҙы. Программала халыҡ уйындары, милли кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ҡул эштәре йәрминкәһе, экскурсиялар һәм концерт тәҡдим ителде. Байрамдың иң сағыу ваҡиғаларының береһе — Шүлгән-Таш кубогына уҡтан атыу һәм Урал батыр кубогына милли көрәш ярыштары булды. Уларҙа республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан спортсылар ҡатнашты. 🎹Фестиваль ҙур асыҡ һауалағы концерт менән тамамланды. Уны ике меңгә яҡын тамашасы ҡараны. Бөгөн «ШүлгәнFest» — тарихты, милли йолаларыбыҙҙы, спорт һәм туризмды берләштергән Башҡортостандың әһәмиәтле этномәҙәни сараларының береһе. Ул йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеп, республиканың мәҙәни тормошонда үҙ урынын тапты.

