⚓️ Рәсәй флотына — 330 йыл! — 26 июля 2026 г. в 10:39:52.062
⚓️ Рәсәй флотына — 330 йыл! Республикабыҙ диңгеҙҙәрҙән алыҫ урынлашһа ла, уның халҡы Рәсәй флоты тарихына ҙур өлөш индергән. Башҡортостанда тыуып үҫкән 36 кеше адмирал дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән. Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары араһында Рәсәй Геройҙары Константин Сурков һәм Игорь Мөхәмәтшин да бар. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. Бөгөн хәрби моряктар данлы традицияларҙы лайыҡлы дауам итә, шул иҫәптән Махсус хәрби операция барышында ла хәрби бурыстар үтәй. «Өфө» һыу аҫты кәмәһе экипажы һәм яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән «Иван Грен» ҙур десант карабы ла Ватан һағында тора. Башҡортостанда Хәрби-диңгеҙ флотының 40 меңгә яҡын ветераны йәшәй. Уларҙың батырлығы, ҡаһарманлығы һәм Ватанға тоғролоғо быуындар хәтерендә һаҡлана. Байрам менән! Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән һәм бөгөн дә хеҙмәт итеүсе һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйбеҙ! 🇷🇺⚓️

