🎖 Башҡортостан яугире Суворов миҙалы менән бүләкләнде — 1 августа 2026 г. в 13:55:01.381
🎖 Башҡортостан яугире Суворов миҙалы менән бүләкләнде Ҡариҙел районынан «Пирань» позывнойлы хәрби Суворов миҙалына лайыҡ булды. Ул награданы Купянск йүнәлешендәге алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн алды. Тыуған яғына ҡайтҡас, яугир 9 майҙа Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта «Пирань» Өфөлә төҙөлөш өлкәһендә эшләй, шулай уҡ Итҡол ауылында йәшәгән әсәһенә һәм өләсәһенә ярҙам итә.
1 318 просмотров

