АВГУСТ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР — 1 августа 2026 г. в 07:06:01.245
АВГУСТ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР 🌻Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр. 🌻Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр. 🌻Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр. 🌻7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр. 🌻Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр. 🌻16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ ҡышҡа, йылы ел иҫһә –йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа. 🌻19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро була, дымлы булһа – ямғырлы көҙ килә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа. 🌻Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас (сөмбөлә тип 22 августан 22 сентябргә тиклемге осор аталған). 🌻21 авгусҡа ҡарап, ғинуарҙың холҡон фаразлап була. 🌻31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр.

