Яугирҙарға — хәбәрсе ҡыҙҙарҙан
Яугирҙарға — хәбәрсе ҡыҙҙарҙан Халыҡ-ара теләктәшлек көнө уңайынан республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҙур һәм изге эшкә берләште. «Юлдаш», «Ашҡаҙар», «Спутник» радиолары, БСТ телеканалы, шулай уҡ гәзит һәм журнал редакциялары хәбәрселәре бергәләп яугирҙарыбыҙ өсөн милли ризыҡ, сәк-сәк әҙерләне. Был матур йолаға әйләнгән өмә берҙәмлекте, татыулыҡты һәм илһөйәрлекте асыҡ күрһәтте. Егеттәребеҙгә өй йылыһы һәм күстәнәс барып етһен тип һәр кем күңел йылыһын һалды. Изге эстафета дауам итә. Беҙҙең акцияны Асҡын районы һәм Стәрлетамаҡ гәзите хәбәрселәре лә күтәреп алды. Әҙерләнгән сәк-сәк "Халыҡ фронты"на тапшырыла. Әле ойошма "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары өсөн гуманитар ярҙам туплай.