✔️ 8 сентябрь - Журналистарҙың Халыҡ-ара теләктәшлек көнө.
✔️ 8 сентябрь - Журналистарҙың Халыҡ-ара теләктәшлек көнө. Ошо уңайҙан “Юлдаш”, “Ашҡаҙар”, “Спутник” радиолары, БСТ телеканалы, газета һәм журнал редакциялары хәбәрселәре яугирҙар өсөн сәк-сәк бешереү буйынса өмә уҙғара. ✔️ Иң көслө көрәшселәр бөгөн Өфөлә йыйыла. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы барышында көрәш буйынса турнир уҙғарыла. Баш ҡалала 50 төбәктән 300-гә яҡын спортсы көс һынаша. 7 көрәшсе Башҡортостан данын яҡлай. Турнир 11 сентябргә тиклем дауам итә. 🚑 “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Был аҙнала белгестәр Хәйбулла, Салауат, Дыуан, Бөрө һәм Шаран райондарында була. Халыҡ бушлай анализ тапшыра, табиптарға күренә ала.