Махсус хәрби операция ветераны Фәнил Бикҡужин ғаилә ҡорҙо
Махсус хәрби операция ветераны Фәнил Бикҡужин ғаилә ҡорҙо Фәнил Бикҡужин Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән. 33 йәшендә ул ҡатмарлы хәрби юл үткән. Махсус хәрби операция барышында штурмовиктар взводы командиры вазифаһында хеҙмәт иткән. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн юғары дәүләт наградаларына — Батырлыҡ орденына, шулай уҡ «Суворов» һәм «Шайморатов» миҙалдарына лайыҡ булған. Демобилизациянан һуң Фәнил Бикҡужин ғаиләһе менән Өфө ҡалаһына күсеп килгән. Ул үҙен яңы йүнәлештә һынап ҡарарға ҡарар иткән һәм «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында уңышлы ҡатнашып, финалға сығыуға ирешкән. Әлеге ваҡытта ветеран Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса юғары белем ала. Йәш ғаиләне ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, именлек, уңыштар теләйбеҙ.