🥒Коллегабыҙ Миңзиә Каспранова еңел әҙерләнә торған рецепт тәҡдим итә:
🥒Коллегабыҙ Миңзиә Каспранова еңел әҙерләнә торған рецепт тәҡдим итә: 📍Бер килограмм вағыраҡ ҡыяр, 1 аш ҡалағы тоҙ, ярты аш ҡалағы шәкәр, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 1-3 зонтик укроп, 3-4 бөртөк борсаҡлы борос кәрәк була. Ҡыярҙар ваҡ булған һайын тиҙерәк әҙерләнә. Уларҙы йыуып, ике яҡтан остарын киҫергә. Укропты ла ваҡ киҫәктәргә бүлгеләргә була, зонтик рәүешендә тулыһынса ла һалырға ла мөмкин. Һарымһаҡты таҙартып пластинкаларға бүләбеҙ. Ныҡлы полиэтилен пакетҡа ҡыярҙарҙы теҙеп, тоҙ һәм шәкәр һибәбеҙ. Һуңынан һарымһаҡ, укропты һәм боросто һалабыҙ. Пакеттың осон ныҡ итеп бәйләгәс, тоҙ менән шәкәр тигеҙ итеп таралһын өсөн уны һелкетәбеҙ. Пакетты кәмендә 5-6 сәғәткә һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ. Иртәнсәк тоҙло ҡыярҙы ашаһағыҙ ҙа була. Бер көндән улар тағы ла тәмләнә. Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!