Өфө ҙур спорт байрамына әҙерләнә.
Өфө ҙур спорт байрамына әҙерләнә. 12 һәм 13 сентябрҙә баш ҡалала халыҡ-ара марафон үтә. Быйыл унда ҡатнашыусыларҙы “Минең йүгереү традицияһы” тигән девиз берләштерә. Программала беренсе тапҡыр һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн инклюзив кластер була. Сара барышында “Йүгерәм – ярҙам итәм” мәрхәмәтлек акцияһы ойошторола. Өфө хәйриә фондтары өсөн 28 миллион һум самаһы аҡса йыйылған да инде. Халыҡ-ара марафонда 2, 5, 10, 21 һәм 42 километрға йүгереү ҡаралған. Шулай уҡ эстафета була.
1 552 просмотров