🎸Таныш булығыҙ — Айгөл Мөхәмәтйәнова.
🎸Таныш булығыҙ — Айгөл Мөхәмәтйәнова. «Гитарала студент сағымда үҙ аллы уйнарға өйрәндем. Йырҙар яҙам, каверҙар йырлайым», — ти Айгөл. Ул күберәк моңһоу лирика, фәлсәфәүи, рок һәм ретро стилендәге йырҙарҙы үҙ итә. Шулай уҡ илһам килгәндә бәләкәй генә шәхси блогын да алып бара. Айгөлдөң ижадында МХО темаһы айырым урын алып тора. Уның «Ҡайтығыҙсы», «Әсәләр көтәләр улдарын», «Улым» кеүек йөрәккә үтеп инерлек йырҙары бар. 🎶 Бөгөн иһә ул һеҙҙең иғтибарға Рита Фәтҡуллина һүҙҙәренә яҙылған «Һәләк булған һалдаттар...» тигән тәрән мәғәнәле йырын тәҡдим итә.