✨Көндөң матур яңылығы:
✨Көндөң матур яңылығы: Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. 🎭 М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Артур Ҡунаҡбаев «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», Лилиә Ғәлина, Айнур Ситдиҡов, Гөлназ Хайсарова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ихлас күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар, сағыу ролдәр теләйбеҙ.
975 просмотров