✅ Бөгөн Шишмә һәм Балаҡатай райондарының күп фукнциялы үҙәктәрендә түңәрәк өҫтәл уҙа. У... — 29 сентября 2026 г. в 04:10:02.239
✅ Бөгөн Шишмә һәм Балаҡатай райондарының күп фукнциялы үҙәктәрендә түңәрәк өҫтәл уҙа. Унда бизнес вәкилдәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар саҡырыла. ✅ Бөгөн Өфөлә "Кардиокросс" уҙа. Профилактик акция Аксаков паркында үтә. Ул Бөтә донъяла билдәләнгән Йөрәк көнө уңайынан ойошторола. ✅ Башҡорт дәүләт филармонияһында бөгөн "Сал далалар йырсыһы" исемле сара була. Ижад кисәһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшлек юбилейына арнала. ✅ Бөгөн Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле ижад миҙгелен аса. Мәҙәни сара баш ҡала мәҙәниәт һарайында була. Төрлө милләттең йыр һәм бейеү композициялары, инструменталь көйҙәр тәҡдим ителә.